Сит илдәге башҡорт милли хәрәкәте комитет

Сит илдәге Башҡорт милли хәрәкәте Комитеты Башҡортостандың бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшеүселәрҙе берләштерә.

Ул 2023 йылдың мартында сәйәси эмигранттар/мөһәжирҙәр тарафынан булдырылды.

Мәскәү өсөн башҡорт ере — бары тик сеймал колонияһы. Быуаттар буйы ошо колонияның тәбиғәт байлыҡтары Мәскәүгә китеп тора. Ошо ерҙең төп халҡы - башҡорттар - үҙ илендә аҙсылыҡта. Беҙҙең тел, мәҙәниәт, дин ситкә тибелә.

Берләшкән милләттәр ойошмаһы Декларацияһының 3-статьяһында әйтелгәнсә, милләт булараҡ беҙҙең үҙбилдәләнеш хоҡуғыбыҙ бар.
Комитеттың төп маҡсаты - Башҡортостаныбыҙҙы урыҫ баҫҡынлығынан азат итеп, ирекле, ғәҙел, демократик дәүләт төҙөү.

Киләсәккә пландарҙы, стратегия һәм конкрет ғәмәлдәребеҙҙе күҙәтеп барыу өсөн Комитеттың YouTube каналына ҡушылығыҙ! Беҙҙең тарихыбыҙға, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә, шәхестәребеҙгә ҡағылышлы видеояҙмаларҙы мотлаҡ рәүештә ҡарап барығыҙ!

Башҡортостан ирекле буласаҡ!